Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2022, 19:41

Тауыш биреү башланды

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсында ҡатнашыусы төбәктәр араһында интернет тауыш биреүҙәр башланды. Быйыл онлайн ярыштарҙа 54 район ҡатнаша. Һәр төбәк төрлө категорияға бүленгән, урындар эре, ҙур, урта һәм бәләкәй ауылдар араһында билдәләнә.

Тауыш биреүҙәр “Голос РБ” порталында ойошторолған. Шунда һәр ҡатнашыусының презентацион материалы менән танышырға мөмкин. Интернет тауыш биреү 23 майҙа 00.00 сәғәттә башланып 1 июндең 23. 59 минутына тиклем дауам итә.

Тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә һәр төбәк уларҙы еңеүгә яҡынлатҡан өҫтәмә балдар аласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты махсус приз булдырыуҙы ҡарар итте. Еңеүселәрҙе тәбрикләү йылдың июнь айында ҡаралған. Призерҙар 1,5 миллиондан 6 миллионғаса аҡсалата бүләк аласаҡ.

“Айыҡ ауыл” проекты республика граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

bashkizi.ru

Тауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды
Автор:
Читайте нас: