Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2022, 07:28

Йәш сикләүе бөтөрөлдө

Рәсәй Дәүләт Думаһы өс уҡыуҙа контракт буйынса армияла хеҙмәт итеү өсөн йәш сикләүен бөтөрөү тураһында закон ҡабул итте...

Йәш сикләүе бөтөрөлдө
Йәш сикләүе бөтөрөлдө

Әгәр элек илебеҙҙең 18-40 йәшлек граждандары һәм 18-30 йәшлек сит ил граждандары килешеү төҙөй алһа, хәҙер был лимит эшкә һәләтле йәш тамамланғансы киңәйтелде.

«Беҙгә Ҡораллы Көстәрҙе нығытырға, Оборона министрлығына ярҙам итергә кәрәк. Беҙҙең Юғары баш командующий армия еңһен һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген арттырһын өсөн барыһын да эшләй», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Дәүләт Думаһында билдәләүҙәренсә, юғары төҙлөккә атҡан ҡорал һәм махсуслаштырылған техниканы ҡулланыу тәжрибәһе 40-45 йәштәрҙә генә туплана.

Башинформ. 

Йәш сикләүе бөтөрөлдө
Йәш сикләүе бөтөрөлдө
Автор:
Читайте нас: