

Ковид пандемияһы осоронда республикала Ирина Кононова етәкселегендә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу (госпиталдәр, провизорлыҡ бүлектәре асыу, дарыуҙар, вакциналар менән тәьмин итеү) тәьмин ителде, тип билдәләнә министрлыҡ сайтындағы яҙмала. Уның ҡатнашлығында вахта буйынса эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт, көнкүреш һәм ял мәсьәләләре көйләнде, үҙгәргән шарттарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын күҙәтеү һорауҙары яйға һалынды (өҫтәмә түләүҙәр ҡаралды, уңайлы эш режимы тәҡдим ителде).
Пандемия башланғандан алып республикала йәмғеһе 35 кеше ковидҡа ҡаршы көрәш өсөн профсоюздың иҫтәлекле миҙалдарын алды. Улар араһында – һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар, профсоюз ойошмалары рәйестәре һәм активистары, тиҙ ярҙам, фельдшер-акушерлыҡ пункттары фельдшерҙары, участка табиптары, ковид-госпиталдәрҙә эшләүселәр.
Фотола: Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Анатолий Домников Ирина Кононоваға лайыҡлы награданы тапшыра.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.