

Шуға күрә һағыҙаҡ йәиһә бал ҡорто саҡҡанда дөрөҫ итеп беренсе ярҙам күрһәтеү мөһим.
Халыҡ дауаһы сараларынан сағылған урынға уртаға ҡырҡылған сей картуф, помидор киҫәген ҡуйырға мөмкин. Әммә, тупраҡ һибергә ярамай. Уның бер нидәй файҙаһы ла юҡ, киреһенсә, йәрәхәтләнгән урынға инфекция ғына индереүегеҙ ихтимал. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы сағылғас та бер аҙ араҡы эсергә кәңәш итә. Уның файҙаһы бик ҙур булыуы һыналған.
Әгәр ҙә һағыҙаҡ ауыҙҙан, биттән йәиһә баштан саҡһа, мотлаҡ “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки был кешенең тыны ҡыҫылыуына килтереүе мөмкин. Шулай уҡ бит шешенә башлаһа, баш әйләнһә, күңел болғанһа, уҡшытһа, тын алыуы ауырлашһа, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу барлыҡҡа килһә, тәндең төрлө өлөштәре сәбертеп сыҡһа ла “Тиҙ ярҙам” саҡырырға кәрәк.
Фото: sportobzor.ru
https://ye102.ru