Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2022, 05:24

Башҡортостандан Роман Коньшаков "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!

Күмертау ҡалаһынан 12 йәшлек Роман "Тере классика" Бөтә Рәсәй конкурсының суперфиналында Ҡыҙыл майҙанда сығыш яһап, "Донъялағы иң яҡшы унау"  исемлегенә ингән.

Башҡортостандан Роман Коньшаков "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!Башҡортостандан Роман Коньшаков "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!
Башҡортостандан Роман Коньшаков "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!

Мәскәүҙә үткән был сарала 80 илдең ҡатнашыусылары араһында Рәсәйҙән ете бала ҡатнашҡан. Уларҙы мәртәбәле жюри ағзалары баһалаған. 

Роман Виктор Драгунскийҙың "Шиворот-навыворот" әҫәренән өҙөк һөйләп күрһәткән. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 42 балл йыйып, "Донъялағы иң яҡшы унау" иҫәбенә инеүгә өлгәшкән. 

Тырыш малай уҡыуҙа ла һынатмай, гитарала оҫта уйнай,үҙендә актёрлыҡ һәләте лә көслө.

-Киләһе йылға был бәйгелә тағы ла  ҡатнашасаҡмын. "Донъялағы иң оҫта һөйләүсе" исемен яуламайынса туҡтамаясаҡмын, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем,- ти Роман.

Суперфинал конкурсанттары электрон китаптар, сувенирҙар, дипломдар менән бүләкләнгән.

Фото: rbsmi.ru

https://yanshishma.com

 

Башҡортостандан Роман Коньшаков "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!
Башҡортостандан Роман Коньшаков "Донъялағы иң яҡшы унау" исемлегенә ингән!
Автор:
Читайте нас