Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2022, 12:54

"Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә кәрәк"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Медиайыйын" матбуғат саралары форумында сығыш яһаны.

"Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә кәрәк""Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә кәрәк"
"Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә кәрәк"

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында "Медиайыйын" матбуғат саралары форумы бара.

– Ике йыл республика пандемия шарттарында йәшәне һәм алдыбыҙға етди бурыстар килеп баҫты – халыҡҡа ярҙам итеү, профилактика саралары, ирекмәндәр, табиптарҙың ярҙамы, вакциналауҙың мөһимлеге хаҡында мәғлүмәт еткереү. Журналистар етәкселек менән еңел булмаған юл үтте, – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров «ҡыҙыл зона»ға тәүгеләрҙән булып ингән БЮТ каналы хеҙмәткәрҙәренә, Донбасс һәм Луганск республикаларында эшләп ҡайтҡан журналистарға рәхмәт әйтте. Бөгөнгө мәғлүмәти һуғыш шарттарында матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренең эше мөһим булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, тәүге «Медиайыйын»да журналистар күтәргән мәсьәләләрҙең күбеһе хәл ителгән. Тик Матбуғат йортона ремонт яһау ғына билдәле сәбәптәр арҡаһында бер аҙ кисектерелә, тине ул.

«Донъя киң мәғлүмәт сараларында ялған, беҙҙең илгә, Президентҡа ҡаршы йүнәлтелгән материалдар һалына. Беҙгә эшебеҙҙе һөҙөмтәлерәк итеү, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү тураһында уйларға кәрәк».

ye102.ru/news

 

 
Автор:
Читайте нас