Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2022, 13:35

«Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел»

Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмә Баҡалы районындағы ҡот осҡос юл фажиғәһен телгә алыуҙан башланды.

«Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел»
«Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел»

– Дүрт ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Үҙем шәхсән күҙәтеү аҫтында тотасаҡмын. Иҫерек ҡәбәхәт ҡаты яза алырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.

Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев иһә ҡыҙҙарҙың әсәләре менән аралашып, был хәл күҙәтеү аҫтына алыныуын белдерҙе.

Республика  Башлығы Александр Андреевҡа ерләү эштәре менән ярҙам итергә лә ҡушты.

«Ҡыҙҙарҙы ерләү буйынса бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ. Медицина ярҙамы кәрәк икән, ярҙам итегеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Хәбәр итеүҙәренсә, дүрт ҡыҙ - Яна А., Анна Е., Эльвина С., Ксения Л. Баҡалының беренсе мәктәбен яңы ғына тамамлаған булған. Улар урындағы кафенан ҡайтып барған, йәндәрен ҡыйыусы егет иһә АЗС-тан юл тотҡан булған.

ye102.ru

«Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел»
«Был иҫерек ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел»
Автор:
Читайте нас: