Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Август 2022, 07:52

Иң популяр социаль түләүҙәр билдәле булды

Рәсәй почтаһы Башҡортостан халҡы араһында популяр булған өс социаль түләүҙе атаны. Йыл башынан республикала йәшәүселәр почта бүлексәләрендә яҡынса 3,4 миллион төрлө социаль түләүҙәр алған.

Иң популяр социаль түләүҙәр билдәле булды
Иң популяр социаль түләүҙәр билдәле булды

«Почтала алынған һәр икенсе социаль түләү — пенсия. Республикала Рәсәй почтаһы аша пенсия алған халыҡтың 97 проценты быны өйҙә эшләүгә өҫтөнлөк бирә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.

Шартлы икенсе урында — инвалидтарға аҡсалата түләү. Быйыл алты айҙа почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре уларға 850 меңдән ашыу суммала аҡса таратҡан.

Рейтингтың өсөнсө баҫҡысында — эшкә һәләтһеҙ кешеләрҙе ҡарағандарға компенсация. Был аҡсаны 650 меңдән ашыу кеше алған.

Республикала йәшәүселәр почта бүлексәләрендә бөтәһе 70-тән ашыу төр социаль түләү (16 йәшкәсә балаларға, страховка аҡсаһы, хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, инвалидтарға өҫтәмә түләү һәм башҡалар) ала.

Фото: vikitiki.ru

Иң популяр социаль түләүҙәр билдәле булды
Иң популяр социаль түләүҙәр билдәле булды
Автор:
Читайте нас: