Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2022, 11:19

«Ҡыҙыл паша» яңынан сәхнәлә ҡуйыласаҡ

103-сө миҙгелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса спектаклде сәхнәгә сығарырға йыйына.

«Ҡыҙыл паша» яңынан сәхнәлә ҡуйыласаҡ
«Ҡыҙыл паша» яңынан сәхнәлә ҡуйыласаҡ

Спектакль күренекле совет дипломаты, йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовҡа арналған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Бишбүләк районына сәфәре барышында Мәҙәниәт министрлығына Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Ҡыҙыл паша» спектаклен яңынан сәхнәләштерергә ҡушты.

Бынан алда театр репертуарында 1982 йылда ҡуйылған «Ҡыҙыл паша» спектакле бар ине. Пьесаның авторы Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарған Әхтәм Абушахманов уның өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды. Спектакль ғәрәп илдәре театрҙарының халыҡ-ара театр фестивалендә (Дамаск, 1986), ә телевизион версияһы Совет Үҙәк телевидениеһы аша күрһәтелде.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы спектакль өҫтөндә Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов эшләй. Совет дипломатының тыуған төйәген өйрәнеү һәм яҡташтары менән аралашыу өсөн рәссам Альберт Нестеров менән Кәрим Хәкимовтың тыуған яғына — Бишбүләк районы Дүсән ауылына барып ҡайттыҡ, тип һөйләне ул.  

— Әле яңы инсценировка өҫтөндә эш бара, уны йәш башҡорт драматургы Әнгизә Ишбулдина яҙа. 1987 йылда ижад ителгән пьесаға өҫтәмәләр индерергә кәрәк, сөнки ошо ваҡыт эсендә яңы факттар асыҡланды, — тине Айрат Абушахманов.

Премьера ноябрҙә көтөлә.

https://www.bashinform.ru

«Ҡыҙыл паша» яңынан сәхнәлә ҡуйыласаҡ
«Ҡыҙыл паша» яңынан сәхнәлә ҡуйыласаҡ
Автор:
Читайте нас: