Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2022, 13:23

Бюджет урындары артырға тейеш

Әгәр 2020 йылда конкурс бер урынға 15 кеше тәшкил итһә, быйыл – 49-ға тиклем, айырыуса информатика һәм иҫәпләү техникаһы өлкәһендә.

Бюджет урындары артырға тейеш
Бюджет урындары артырға тейеш

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин алдағы уҡыу йылына колледждарға 22 637 бюджет урыны бүленеүен, уларға 60 410 ғариза биреүҙәрен хәбәр итә.

– Уҡыу йорттары 65 һөнәр һәм 124 белгеслек буйынса абитуриенттарҙы ҡабул итте, – тип билдәләне министр. – Шул уҡ ваҡытта йыл һайын республика колледждары араһында конкурстың арта барғанын күҙәтәбеҙ. Әгәр 2020 йылда ул бер урынға 15 кеше тәшкил итһә, быйыл – 49-ға тиклем, айырыуса информатика һәм иҫәпләү техникаһы өлкәһендә.

Республиканың юғары уҡыу йорттарына 14 933 урынға абитуриенттарҙан 160 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Өфө дәүләт авиация техник университетында иң ҙур конкурс – бер урынға 19 кеше, унан Өфө дәүләт нефть техник университеты (17 кеше) һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты (14 кеше) килә.

– Йыл һайын юғары уҡыу йорттары буйынса контроль ҡабул итеү һандары арта, – тине Айбулат Хажин. – Һуңғы биш йылда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һаны 42,5 процентҡа артты. Шуныһы мөһим: республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙың байтаҡ өлөшө тап төбәк университеттарын һайлаған.

Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына киләһе йылда төбәк колледждарында һәм юғары уҡыу йорттарында ихтыяж булған һөнәрҙәргә бюджет урындары һанын арттырыу мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты.

– Әгәр абитуриенттар мәғлүмәт технологиялары менән бәйле һөнәрҙәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, тимәк, улар буйынса бюджет урындарын арттырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Үҫмерҙәрҙең актуаль һөнәрҙәрҙе үҙләштереү мөмкинлеге булырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

https://bashgazet.ru

 

Бюджет урындары артырға тейеш
Бюджет урындары артырға тейеш
Автор:
Читайте нас: