Дим буйҙары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Август 2022, 15:09

1 сентябрҙән водителдәрҙе яңы уҡытыу программалары һәм яңы ҡағиҙәләр көтә

Техник тикшереү барышында машина йөрөтөүселәргә ҡарата талаптар ҙа үҙгәрәсәк.

1 сентябрҙән водителдәрҙе яңы уҡытыу программалары һәм яңы ҡағиҙәләр көтә
1 сентябрҙән водителдәрҙе яңы уҡытыу программалары һәм яңы ҡағиҙәләр көтә

Автоһөйөүселәрҙе автомәктәптәрҙә белем биреүҙең яҡынса программаларын яңыртыу көтә.

Әйтәйек, В категорияһына уҡығандарға “ҡала” ла уҡыуға бүленгән сәғәттәр һанын арттырасаҡтар, ә бына “майҙансыҡ”ҡа ваҡыттарын, киреһенсә, ҡыҫҡартасаҡтар. Бынан тыш, яңынан әҙерләү программалары барлыҡҡа киләсәк: мәҫәлән, машина менән идара итеү хоҡуҡын алырға теләгән мотоцикл йөрөтөүселәре өсөн.

Техник тикшереү барышында машина йөрөтөүселәргә ҡарата талаптар ҙа үҙгәрәсәк.

Әйтәйек, машина йөрөтөүселәрҙе аптечка, янғын һүндергес һәм авария туҡталышы билгесе тәҡдим итеү зарурлығынан азат итәсәктәр. Төп транспорт агрегаттарында тамған майҙар һәм шыйыҡлыҡ эҙҙәре контролдән төшөп ҡаласаҡ. Ҡалдыҡ тәрәнлеген үлсәү урынына, хәҙер протектор үрнәгенең бейеклеген генә үлсәйәсәктәр.

Иҫкәртәбеҙ, шәхси маҡсаттарҙа файҙаланыла торған еңел автомобиль хужалары өсөн техник ҡарау инде мәжбүри түгел, әммә визуаль етешһеҙлектәр булған осраҡта, машинаны белгестәргә күрһәтергә кәрәк — уны етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе эксплуатацияларға ярамай, тип яҙа “Известия”.

Фото: РИА Новости

baltachtan.ru

Автор:
Читайте нас: