Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2022, 18:27

Күрше ауылға барып етә алмағандар...

Бөгөн төндә Бишбүләк районының Ҡунаҡҡол һәм Ҡасим ауылдары араһындағы ҡырсынташлы юлда фажиғәле хәл булған. Был турала Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итәләр.

Күрше ауылға барып етә алмағандар...
Күрше ауылға барып етә алмағандар...

"Chevrolet Klan" автомобиле руле артындағы 22 йәшлек егет юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгән дүрт егет тә машинанан сығып "оса". Уларға ярҙамға килгән аҡ халатлылар зыян күргәндәрҙе дауаханаға оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина учреждениеһында 22 йәшлек бер пассажирҙың ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ водителдең хәле бик ауыр, ти табиптар.

Ведомство вәкилдәре әйтеүенсә, автомобиль бер аҙна элек кенә һатып алынған. Водитель спиртлы эсемлектәр ҡулланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн ҡанынан анализдар алынған. Фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, тип тағы ла иҫкәртәләр ведомствонан.

Фото: "Башинформ".

https://bashgazet.ru

Күрше ауылға барып етә алмағандар...
Күрше ауылға барып етә алмағандар...
Автор:
Читайте нас: