Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2022, 12:19

Йылғанан сығарылған машинала ир-ат мәйете табылған

Был аяныслы хәл кисә, 5 сентябрҙә, Ашҡаҙар йылғаһында булған. Был хаҡта "Башинформ" сайты хәбәр итә. 

Йылғанан сығарылған машинала ир-ат мәйете табылған
Йылғанан сығарылған машинала ир-ат мәйете табылған

Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Ишмөхәмәт – Нордовка – Михайловка юлының 4 саҡрымында 44 йәшлек Салауат ҡалаһы кешеһе “ВАЗ-2111” машинаға идара итеүҙе юғалта һәм йылғаға төшөп китә.

"Ир-аттың үлеменең ысын сәбәбе нимәлә булыуын белеү өсөн  суд-медицина экспертизаһы буласаҡ.  Уның машина йөрөтөү таныҡлығы булмаған.Әлеге ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара”, - тиелә дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтендә.

Башинформ. 

Автор:
Читайте нас: