Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2022, 11:54

«Беҙҙә ҡыш Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр»

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле сентябрь аҙағында башлана. 

«Беҙҙә ҡыш Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр»
«Беҙҙә ҡыш Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр»

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ведомство белгестәре һауа торошон даими күҙәтеп бара. Фараздарға ҡарағанда, сентябрь аҙағында ғына уртаса тәүлек температураһының 8 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә. Шуға күрә йылытыу миҙгелен башларға иртәрәк.

Радий Хәбиров социаль объекттарға, шул иҫәптән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауалау учреждениеларына йылы биреү мәсьәләләрен шәхси тәртиптә хәл итергә ҡушты. Кәрәк икән, йылыны алданыраҡ та бирә башларға мөмкин.

«Ҡышҡа инергә лә күп ҡалманы. Ул ниндәй булыр, белмәйбеҙ. Ләкин шуны беләм, беҙҙә ҡыш Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр. Көндәр әлегә йылы тора, шуға йылытыу миҙгелен башларға иртәрәк», – тине Башҡортостан Башлығы.

Башинформ. 

Автор:
Читайте нас: