Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь 2022, 12:43

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

«Ватаныбыҙ өсөн ошо мөһим көндәрҙә республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла мөрәжәғәт итергә теләйем.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

Хөрмәтле яҡташтар! Беҙ ҡатмарлы, асылда һынылыш дәүерендә йәшәйбеҙ. Илебеҙгә, беҙҙең бөтәбеҙгә лә тышҡы яҡтан ҙур баҫым яһала.

Әммә беҙ бирешмәйбеҙ, сөнки Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй донъялағы элекке абруйын кире ҡайтара. Хәрби, иҡтисади ҡеүәтте үҫтерә. Яңынан ысын мәғәнәһендә көслө державаға әүерелә, күп полярлы донъяны ныҡлы яҡлай. Бындай Рәсәй дошмандарҙы ҡурҡыта, уларҙың асыуын ҡабарта. Улар беҙҙең дөйөм йортобоҙҙа ҡурҡыу һәм хаос сәсергә тырыша. Уларҙың маҡсаты – илебеҙҙе көсһөҙләндереү, ситләштереү һәм аҙаҡтан юҡ итеү.

Рәсәй – күп быуаттар дауамында дуҫ, татыу йәшәгән рус, башҡорт, татар, мариҙар, удмурт, сыуаш һәм башҡа йөҙләгән халыҡ. Шатлыҡтарҙы һәм юғалтыуҙарҙы бергә кисерәләр, бергә Тыуған ил һағына баҫалар. Шайморатов һәм Доставалов, Серафимов, Илһамов һәм Нәсибуллин кеүек.

Рәсәй Президенты, Юғары баш командующий Владимир Путин Өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был мәжбүри, әммә кәрәкле һәм төплө уйланылған ҡарар. Беҙҙең бурыс – Ватанды, алдағы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдереп, Рәсәйгә кире ҡайтырға теләгән Донбасс, Херсонщина, Запорожье халҡын һаҡлау өсөн берҙәм фронт булып сығыш яһау.

Мобилизация тураһында ҡарар бөтә ир-егеттәргә лә ҡағылмай. Запастағылар, хәрби тәжрибәһе, хәрби-иҫәп белгеслеге һәм һаулығы ныҡ булғандар хаҡында һүҙ бара. Республикала мобилизация штабы эшләй.

Хөрмәтле депутаттар!

Округтарҙа мәғлүмәти эште киң йәйелдереүегеҙҙе һорайым. Райондарға һәм ҡалаларға сығығыҙ, халыҡ менән осрашығыҙ, уларға Өлөшләтә мобилизация тураһында указдың положениеларын, махсус хәрби операцияның бурыстарын аңлатығыҙ».

https://www.bashinform.ru/

Автор:Гумерова Л
Читайте нас: