Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2022, 10:08

Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Башҡортостанда ошо культураны сәскән 19 райондың 15-ендә шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. 

Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған
Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Ауыл хужалығы министрлығының 22 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, хужалыҡтар 14 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алған, был иһә сәселгән майҙандарҙың өстән бер өлөшө. Тамыраҙыҡтарҙың тулайым уңышы 390 мең тоннанан ашҡан, бер гектарҙан уртаса уңыш 280 центнер тәшкил итә (2021 йылда гектарынан уртаса уңыш — 300 центнерҙан ашыу, 2020 йылда — гектарынан 400 центнерға яҡын). Яңы уңыштың шәкәрлелеге тураһында мәғлүмәттәр әлегә юҡ.

Быйыл сәсеүлек майҙандары ярайһы уҡ арттырылған — сөгөлдөр сәскән 19 хужалыҡ 44 мең гектарҙа сәскән (2021 йылда — 36,5 мең гектар, 2020 йылда — 28,8 мең гектар).

Шәкәр заводтары эшкәртеү эшенә тотонған, 124 мең тонна сөгөлдөрҙән 17 мең тоннанан ашыу продукция етештергән.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған
Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған
Автор:
Читайте нас: