-29 °С
Ясна
Уға ярашлы, үҙ теләге менән әсирлеккә эләккән хәрбиҙәр 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Мобилизация йәки хәрби ваҡыт барышында дезертирлыҡ өсөн 15 йыл төрмә янай, хәрби ваҡыт шарттарында мародерлыҡ өсөн шулай уҡ 15 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Мобилизация йәки хәрби ваҡытта енәйәт ҡылған өсөн ҡатыраҡ яза була. Рәсәйҙә 21 сентябрҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Хәрби резервта булған 300 мең кеше Ҡораллы көстәргә саҡырыла.