Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2022, 09:18

Бер миллион йәки 200 мең һум кемдәргә биреләсәк?

“Был түләүҙәргә аҡса 2022 йылда Хөкүмәттең резерв фондынан бүленә".

Бер миллион йәки 200 мең һум кемдәргә биреләсәк?
Бер миллион йәки 200 мең һум кемдәргә биреләсәк?

Рәсәй Хөкүмәте “Герой-әсә” исеменә эйә булғандарға бер тапҡыр бирелгән түләү өсөн 30,7 миллион һум аҡса бүлде. Был хаҡтағы ҡарарға ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

“Ата-әсәлек даны” ордены йәки миҙалы менән наградланғандар ҙа аҡса аласаҡ.

“Был түләүҙәргә аҡса 2022 йылда Хөкүмәттең резерв фондынан бүленәсәк. 2023 – 2025 йылдарҙа ошондай мотлаҡ түләүҙәр өсөн аҡса Хөкүмәт тарафынан раҫланған федераль проект бюджетына һалынған”, - тип яҙылған хәбәрҙә.

Белеүебеҙсә, Рәсәйҙә “Герой-әсә” исемен булдырыу тураһындағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Уның шарттарына ярашлы, 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындар бер миллион һум күләмендәге бер тапҡыр түләнә торған аҡса аласаҡ.

Бынан тыш, “Ата-әсәлек даны” миҙалы менән наградланған осраҡта, ата-әсәнең береһенә йәки уллыҡҡа алғандарҙың береһенә 200 мең һум күләмендә аҡса түләнә.

Фото: https://vk.com/vk.hawa

https://bashgazet.ru

Бер миллион йәки 200 мең һум кемдәргә биреләсәк?
Бер миллион йәки 200 мең һум кемдәргә биреләсәк?
Автор:
Читайте нас: