

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән 300 ирекмән Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына кереү өсөн ғариза биргән. Был хаҡта ирекмәндәр берләшмәһенең рәсми битендә инициаторҙарҙың береһе, отставкадағы полковник Артур Йомағужин хәбәр иткән.
Башкомандующий, илебеҙ Президенты Владимир Путин ҡарарҙарын яҡлап Яңы батальон формалаштырыу тураһында рәсми рәүештә 30 сентябрҙә иғлан итте.
Унда ҡайнар нөтәләрҙе үткән, һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан тәжрибәле егеттәр генә хеҙмәт итәсәк.
"Илебеҙҙе йш егеттәр яҡлаған ваҡытта пәрҙә артында ҡалып булмай. Беҙҙең тәжрибә йәш һуғышсыларға, улдарыбыҙға һәм ағайҙарыбыҙға бик кәрәк! Беҙ уларға еңергә ярҙам итербеҙ!",- тип белдергән Артур Йомағужин.
https://baltachtan.ru