Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2022, 11:18

Милли ризыҡ әҙерләй

Аҙнай ауылынан Дилә Шәймәрҙәнова был милли ризыҡты күптән яһай.

Милли ризыҡ әҙерләйМилли ризыҡ әҙерләй
Милли ризыҡ әҙерләй

Ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙың эше йыл әйләнәһенә лә кәмемәй: яҙҙан алып күҙ яҙдлыҡтырмай ҡарап үҫтергән ҡош-ҡортто эшкәртеү, үҫтерелгән йәшелсәләрҙе урынлаштырыу кеүек мәшәҡәттәрҙән тыш, көндөң-көнөндә һыйыр һауырға, уның ағын эшкәртеп өлгөрөргә лә кәрәк.  

Һыйлы көнөң һыйырҙа, тигәндәй, һыйыр малы аҫрағандарҙың өҫтәлендә ҡаймағы ла, ҡорото ла, һөҙмәһе лә, ҡатығы ла бар. Ә бына ҡыҙыл эремсекте яһау өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк, шуға күрә уны эшләүселәр ҙә һирәк. Аҙнай ауылынан Дилә Шәймәрҙәнова был милли ризыҡты күптән яһай. Һәр эштең үҙ мәшәҡәте, үҙ сере тигәндәй, теләгәндәргә рецебын да өйрәтә ул:

- Дүрт литр һөттө ҡалын төплө һауытҡа һалып ҡайнатам да, шуға 0.7 литр сөсө ҡатыҡ ҡушам. Һөт тиҙ арала иреп сыға. Артабан уны талғын утта яйлап бутай-бутай өс сәғәт самаһы ҡайнатам. Кемдер тиҙерәк эшләр өсөн һыуын алһа, мин шул килеш ҡайнатам һәм һыуы яртылаш кәмегәс, самалап шәкәр ҡушып ебәрәм, - тип, тәмле ризыҡ яһау сере менән уртаҡлаша ул.

Хәҙер инде һөт ризыҡтарын һаҡлау проблема түгел, һәр кемдә һандыҡ тиклем туңдырғыс бар. Дилә Марат ҡыҙы май, аҡ эремсекте ҡышҡылыҡҡа етерлек  әҙерләй, һөт ҡуйы саҡта ҡыҙыл эремсекте күпләп яһап, йомғаҡ-йомғаҡ итеп һалып ҡуя, хәйер, татлы һәм сифатлы ризыҡты һораусылар күп. Уны алып китеп кенә торалар. Һыйыр ағын эшкәреүсе хужабикәнең майы, ҡорото һәм  эремсеге лә үтемле.

- Үҙем әлеге мәлдә ике һыйыр һауам һәм һөттө көн дә сепарат аша үткәрәм. Эремсек яһағанда, үтә әсеп китмәһен өсөн уны үҙ ваҡытында эшкәртергә тырышам. Ҡыҙыл эремсекте күпләп яһап, йомғаҡ-йомғаҡ итеп әҙерләйем, һораусыларға уның килограмын 400 һумдан һатам, - ти, бөтмөр хужабикә.

Элек-электән ҡыҙыл эремсекте мәртәбәле һый һанап, иң ҡәҙерле ҡунаҡ алдына ҡуйғандар. Әле лә был милли ризыҡ ҡөрьән аштарында ла, башҡа байрамдарҙа ла табын биҙәге булып тора.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.

Автор:Гумерова Л
Читайте нас