Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2022, 01:59

Баш ҡаланың балалар баҡсаларында һаҡсылар тәүлек әйләнәһенә эшләй

Башҡортостандың баш ҡалаһында барлыҡ балалар баҡсаларында тәүлек әйләнәһенә һаҡ ойошторолған. 1 октябрҙән ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың ҡушыуы буйынса мәктәпкәсә учреждениелар яңы эш режимына күсте.

Баш ҡаланың балалар баҡсаларында һаҡсылар тәүлек әйләнәһенә эшләйБаш ҡаланың балалар баҡсаларында һаҡсылар тәүлек әйләнәһенә эшләй
Баш ҡаланың балалар баҡсаларында һаҡсылар тәүлек әйләнәһенә эшләй

Өфө мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, Ижевскиҙағы фажиғәнән һуң баш ҡала мәктәптәрендә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелгән. Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң барлыҡ 126 белем биреү ойошмаһында ишектәргә электромагнит йоҙаҡтар ҡуйылған, видеокүҙәтеү алып барыла, килеүселәрҙең мәғлүмәттәре махсус журналда теркәлә, һаҡ тәүлек әйләнәһенә эшләй. Рәсәй гвардияһы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, хәүеф төймәһе эшләй башлағас та, мәктәптәргә махсус отряд килеп етергә тейеш. Яҡын арала мәктәп биләмәләрендә лә иркенләп йөрөүҙе тыйырға уйлайҙар.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы архивы.

https://bash.bashinform.ru
Баш ҡаланың балалар баҡсаларында һаҡсылар тәүлек әйләнәһенә эшләй
Баш ҡаланың балалар баҡсаларында һаҡсылар тәүлек әйләнәһенә эшләй
Автор:
Читайте нас