

Балдың төп идеяһы - донъя классик музыка һәм художество мәҙәниәте нигеҙендә Рәсәйҙәге традицион рухи ҡиммәттәрҙе уртаҡлашҡан студент йәштәрҙең юғары әхлаҡлы шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелгән күмәк театр-хореография сараһын ойоштороу.
Балдың төп бейеү программаһында дүрт тарихи бал бейеүҙәрен (полонез, гавот, вальс, романеска) ҡуйыу күҙ уңында тотола, уларҙа 50 пар студент ҡатнашасаҡ.
Балда ҡатнашыу өсөн ғаризаны түбәндәге электрон форма буйынса https://forms.yandex.ru/u/63281f45e29802fe7b152163/ 14 октябргә тиклем бирергә кәрәк.
Балда ҡатнашыусылар исемлеге ойоштороу комитеты тарафынан 18 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса раҫланасаҡ. Конкурста ҡатнашыусыларҙы теркәү һәм кастинг 19 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Аҡмулла университетының 7-се корпусында (Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 7-се йорт, 114-се аудитория) үткәрелә.
Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығының 27 майындағы йөкләмәләр исемлегенә ярашлы уҙғарыла.
Фото: Т. АМАНОВ.
https://ye102.ru