Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2022, 15:33

Госпиталдә дауаланған яҡташтарыбыҙға - гуманитар ярҙам

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған төркөм гуманитар йөк менән Ҡырымға - Симферополь һәм Севастополь ҡалаларына юл тотто. Улар яралыларға көндәлек кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым, күстәнәстәр тапшырасаҡ.  

Госпиталдә дауаланған яҡташтарыбыҙға - гуманитар ярҙамГоспиталдә дауаланған яҡташтарыбыҙға - гуманитар ярҙам
Госпиталдә дауаланған яҡташтарыбыҙға - гуманитар ярҙам

- Башҡорт халҡы һәр саҡ, ил иңенә ятҡан ауыр осорҙарҙа берҙәмлек өлгөһө булды. Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс тормошобоҙҙо яҡлаған ватандаштарыбыҙ кеүек, беҙ әле лә берҙәм, маҡсатлы, –  ти делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Әйткәндәй,  гуманитар ярҙам араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Йөрәк йылыһы" акцияһы барышында йыйылған әйберҙәрҙең дә бер өлөшө бар. Барлыҡ әйберҙәр һәм кәрәк-яраҡ Севастополь ҡалаһының Н.И. Пирогов исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы 1472-се Хәрби-диңгеҙ госпиталенә тапшырыласаҡ.

“Йөрәк йылыһы” акцияһы сиктәрендә яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам Әбйәлил, Тәтешле, Дүртөйлө, Яңауыл райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм республиканың башҡа яҡтарындағы әүҙемселәре ҡатнашлығында йыйылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы менән бергә республиканың сәнғәт эшмәкәрҙәре лә яугирҙәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтергә юлланды. Һүҙ музыкант, автор-башҡарыусы, "Без - башҡортлар" хәрәкәте ағзаһы Филүс Беркет, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солисы, ҡурайсы Динар Абдуллин һәм блогер, йырсы Ильяс Батыргәрәев тураһында бара.

– Гуманитар ярҙам ғына тапшырып ҡына ҡалмаясаҡбыҙ, Симферополь һәм Севастополь госпиталдәрендә һалдаттарыбыҙҙың рухын да күтәрергә барабыҙ. Классик репертуар, шулай уҡ “Салауат батыр”, “Ҡаруанһарай”, “Төньяҡ амурҙары” кеүек әҫәрҙәр, башҡа башҡарыусыларҙың йырҙары менән дә сығыш яһаясаҡбыҙ. Һис шикһеҙ, беҙ тыныс тормошто һаҡлау кеүек изге эштә берҙәмлек күрһәтергә тейеш, –  тип билдәләне Филүс Беркет.

Башҡортостандан һалдаттарға йөҙләгән куртка, йөҙәрләгән рюкзак, "Медтехника" компанияһынан кәрәк-яраҡ һалынған пакеттар, сәй, печенье һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде. Яугирҙәргә бүләккә республика халҡы йөн ойоҡбаштар, термокейем, бирсәткәләр, бейәләйҙәр һәм хаттар тапшырған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Йөрәк йылыһы” акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итә, яугирҙәргә әйберҙәрҙе өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43 адресы буйынса килтерергә мөмкин.

Фото һәм видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

https://bashgazet.ru

 

Госпиталдә дауаланған яҡташтарыбыҙға - гуманитар ярҙам
Госпиталдә дауаланған яҡташтарыбыҙға - гуманитар ярҙам
Автор:
Читайте нас