Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2022, 06:23

Төбәк халҡы һалымдарҙы почта аша түләй ала

1 декабргә тиклем мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалымдарҙы Рәсәй почтаһының Башҡортостандағы бүлексәләрендә түләргә мөмкин. Аҡса һалым хеҙмәтенең иҫәбенә шунда уҡ онлайнда күсәсәк.

Төбәк халҡы һалымдарҙы почта аша түләй алаТөбәк халҡы һалымдарҙы почта аша түләй ала
Төбәк халҡы һалымдарҙы почта аша түләй ала

Түләү өсөн квитанцияны почта бүлексәһе операторына бирергә кәрәк. Әгәр ҙә клиент үҙе менән квитанция килтермәһә, һалым бурысын ИНН аша белергә мөмкин. Аҡса түләгәндән һуң хеҙмәткәр чек бирәсәк. Һалымдарҙы өйҙә лә түләргә мөмкин - бының өсөн почтальондың мобиль почта-касса терминалы булырға тейеш. Башҡортостанда почта хеҙмәткәрҙәре 800-гә яҡын шундай ҡоролма ҡуллана.

Һалымдарҙы почтала түләү бәләкәй һәм төпкөлдә урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн ҡулайлы буласаҡ. Өйҙә түләү мөмкинлеген теге йәки был сәбәп менән өйҙән сыға алмаған кешеләр ҡуллана аласаҡ.

https://www.bashinform.ru

Төбәк халҡы һалымдарҙы почта аша түләй ала
Төбәк халҡы һалымдарҙы почта аша түләй ала
Автор:
Читайте нас