

Бөгөн Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективында 55 кеше эшләй, ҡышҡы осорҙа уларҙың һаны тағы ла арта. Улар барыһы ла үҙ эшенең оҫталары. Улар хеҙмәтләндерә торған автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 450 саҡрымдан ашыу тәшкил итә. Юл эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылай икән. Был хаҡта “Башкиравтодор” йәмғиәте начальнигы Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы башлығы Динар Марат улы Зарипов менән әңгәмә.
- Йыл һайын беҙҙең илдә транспорт ағымы арта һәм шәхси хужаларҙың автомобилдәре арта бара. Беҙҙең төп бурыс – район юлдарын ҡышын да, йәгеһен дә тейешле хәлдә тотоу, тап бына машина йөрөтөүселәрҙең, пассадирҙарҙың, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге шуға бәйле. Юлсылар юл ҡатламын үҙен төҙөкләндереп кенә ҡалмай, унда булған билдәләрҙе лә ҡарап торалар, һәр ҡайҙа тейешле юл билдәләре ҡуйылһын, юл буйҙары сабылһын, боҙға ҡом-таш ҡатнашмаһы һибелһен өсөн, юл буйҙары таҙа булһын, ә ҡар яуғанда – таҙартылыуын да контролдә тота.
Быйыл Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө менән 1,5 км оҙонлоҡтағы Аксен-Бишбүләк автомобиль юлына өс км оҙонлоҡтағы асфальт һалынды, шулай уҡ Аксаково- Ыҡ-Вершин (1 км) автомобиль юлына һәм Ҡырғыҙ-Миәкә–Бишбүләк юлына 415 м оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәлде, Михайловка ауылында юл ремонтланды, Ырымбур өлкәһенә сығып, Софиевка ауылы урамдарына 1 км оҙонлоҡта асфальт йәйелде, хәҙер 1,5 км оҙонлоҡтағы Сиҙәкбаш ауылына таба автомобиль юлын ремонтлау буйынса аукционда еңделәр.
Хеҙмәткәрҙәр алдында иң яуаплы һәм мәшәҡәтле осор тора. Тәүге ҡар яуыу менән, әҙер торған ҡар таҙартыу техникаһы район биләмәләренә сығасаҡ. Әлеге ваҡытта ҡом-таш ҡатнашмаһы ҡайтарыла, ҡар тотолмаһын өсөн юлдар тәртипкә килтерелә, ҡом-тоҙло ҡатнашма менән тартмалар ҡуйыла, шулай уҡ киҫәтеүле “Тайғаҡ юл” билдәләре ҡуйыла.
Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гэзитендә уҡығыҙ.