Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2022, 09:20

“Шайморатов” йырын улар аяғөҫтө баҫып тыңлай

Ә хәрби әҙерлек – был егеттәр өсөн ҡабатлау дәрестәре генә.

“Шайморатов” йырын улар аяғөҫтө баҫып тыңлай“Шайморатов” йырын улар аяғөҫтө баҫып тыңлай
“Шайморатов” йырын улар аяғөҫтө баҫып тыңлай

Башҡортостандан өлөшләтә мобилизациялауҙа ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең Татарстан биләмәһендәге дислокацияһында гәзитебеҙ журналистары булып ҡайтты һәм уларҙың хәбәрҙәре беҙҙең сайтта бер-бер артлы ҡуйылып барҙы. Түбәндә был сәфәрҙән алынған тәьҫораттар менән тулыраҡ күләмдә уртаҡлашабыҙ.

Әҙерлек көнө-төнө бара

Эйе, был полигонда хәрби әҙерлек күнекмәләре туҡтауһыҙ бара: ҡасан ҡараһаң да, бер взвод сафтарға теҙелеп атыу яланына китеп бара, икенселәре шул уҡ ваҡытта лагерға ҡайтып килә. Калашников автоматтары ла йыш “телгә килә”, уларҙы һис бутарлыҡ түгел – туҡыманы йыртҡанға оҡшаған тауыш сығара. Ара-тирә гранатометтан атҡанға оҡшаған гөрһөлдәү яңғырай.

– “Беренсе номер”, ятҡан килеш, дошман баш күтәрә алмаһын өсөн утҡа тотоуын туҡтатмай, ул арала “икенсе номер” алғараҡ йүгереп барып ята! Ул ут асыуға “беренсе” алға ырғый! – атыу яланында командирҙың көр тауышы яңғырап тора. Ә яугирҙәр өсөн ҡабат иҫкәртеү кәрәкмәй, улар бит армия хеҙмәтен үткән кешеләр. Ҡайһылары бер нисә йыл элек кенә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан.

Квадрокоптер – заман һуғышы ҡоралы

Башҡортостан Башлығының патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса советнигы Валентин Солодовникты ла ошо полигонда осраттыҡ. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн беҙҙең республиканан мобилизациялан­ғандарға квадрокоптерҙар буйынса дәрестәр ойошторҙо. Занятиелар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән палатка егеттәр менән тулы, стенала – дәрес темаһына ҡағылышлы плакаттар, өҫтәлдәрҙә – махсус ҡорамалдар. Техник белгестәр бер-бер артлы уҡыуҙар уҙғара.

– Егеттәр квадрокоптерҙарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнә, хәҙерге заман яугирҙәре өсөн үтә кәрәкле бит улар. Һалдаттар араһында был ап­па­раттар ҡуллана башлаған осор­ҙа хеҙмәт иткәндәр ҙә бар, улар ошо ҡорамалдарҙың элеккеләренә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк булыуын билдәләне, – ти Валентин Николаевич.

Сибай егеттәре йырлап йәшәй һәм хеҙмәт итә

Сибайҙан мобилизацияланған бер төркөм ир-егеттең автобуста “Шайморатов генерал” йырын йырлап барыуының видеояҙмаһы бөтә илде урап сыҡҡандыр, моғайын. Был яҙманың ҡаланың сәнғәт училищеһы директоры Замир Йәнтүрин башланғысы менән яһалыуын беләбеҙ. Уны ла хәрби әҙерлек полигонында осраттыҡ, хәрби кейемдә ҡапыл ғына танырлыҡ та түгел. 

– Был видеоны беҙ яңынан яҡшыраҡ итеп төшөрөрбөҙ тип уйлағайныҡ та, тик ул таралып та өлгөрҙө, – тип йылмая Замир Таһир улы. – Мобилизация буйынса повестканы мин дә, ғаиләм ағзалары ла тыныс ҡабул иттек. Мин бит йәш саҡта хәрби ант биргән кеше, шуға яуға ла һис икеләнмәй юлландым. Бында беҙ, яҡташтар һәм райондаштар, тығыҙ аралашабыҙ, бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ. Полк формалашты, тимәк, яҡташтар махсус хәрби операция урынында ла бергә буласаҡ.

Замир Йәнтүрин армия хеҙмәтен ун йыл элек үтәгән. Сәнғәт учили­ще­һында, директор вазифаһынан тыш, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына етәкселек итә, дәрестәр алып бара. Ҡатыны Юлиә Сибай дәүләт филар­монияһында эшләй. Ҡыҙы урта музыка мәктәбендә белем ала, флейтала уйнау серҙәрен өйрәнә.

Татарстан биләмәһендәге дислокация урынында Замир Йәнтүрин Башҡортостан Башлығының Башҡортостан Республикаһынан саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы советнигы булып тора.

“Илде һаҡларға үҙ теләгем буйынса юлландым”

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн әҙерлек үтеүселәр араһында Учалы районы егеттәре күп. Уларҙың береһе – Ҡоҙаш ауылы ир-егете Айнур. Ул хәл-әхүәлдәре менән уртаҡлашты.

– Хәрби хеҙмәткә өсөнсө тапҡыр юлланам инде. Тәүҙә, 18 йәшемдә, хәрби саҡырылышҡа ярашлы әрмегә барып ҡайттым. Икенсе­һендә контракт буйынса Абхазияла хәрби хеҙмәттә булдым, унда һуғыш хәрәкәттәре тынмағайны әле. Әле бына тағы юлланам, шулай уҡ үҙ теләгем буйынса. Бер ниндәй ҡурҡыу хисе лә, шик-шөбһә лә юҡ. Учалы ҡалаһында ағайым­дың икмәк бешереү цехы бар, шунда ярҙамлашып йөрөй инем, кибеттәргә икмәк ташыным. Учалыла хәрби комиссариатта 30 егет йыйылғас, “бер взвод тиклем бул­дығыҙ” тип, беҙҙе  бер хәрби подразделение иттеләр. Бында, полигонда, ошо 30 кеше бер палаткала йәшәйбеҙ, махсус хәрби операция урынына ла бер взвод булып китербеҙ тип торабыҙ. Ашау һәй­бәт, йылы кейемде күп килтер­ҙеләр, мунсабыҙ ҙа бар, – тип йәшәү, күнекмәләргә өйрәнеү шарттары тураһында һөйләне Айнур. 

Яҡташтар иғтибарлы, хәстәрлекле

Өлөшләтә мобилизациялау буйынса һәм үҙ теләктәре менән хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға яҡташтары бүләктәр ебәреүен дауам итә. Егеттәр әйтеүенсә, Татарстан биләмәһендә урынлашҡан был полигонда Башҡортостандан көн һайын ике-өс район йәки ҡала хакимиәте башлығы килеп тора. Буш ҡул менән түгел, әлбиттә. Беҙ булғанда, мәҫәлән,  Балтас районынан микроавтобусҡа тейәп бүләктәр алып килделәр.

– Республика көнөндә үҙебеҙҙең егеттәрҙе ҡотларға, туғандарынан күстәнәс тапшырырға ҡарар иттек, – ти район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев. – Үҙебеҙҙән дә ылау килтерҙек. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа күстәнәстәрен йәлләмәне. Был лагерҙа беҙҙең райондан 50-нән ашыу егет хәрби әҙерлек үтә. Уларҙың иҫән-һау булыуын күреп, изге теләктәр теләп ҡайтып китеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Егеттәрҙең кәйефе төшөнкө түгел, илде һаҡларға барыу өсөн хәрби әҙерлекте тырышып үҙләштерергә ынтылыуҙары күренеп тора.

Батырлыҡты онотторорға тарих көсһөҙ

Сәнғәт кешеләре лә онотмай өлөшләтә мобилизация буйынса һәм үҙҙәре теләп махсус хәрби операцияға ҡушылған егеттәрҙе. Республика көнөндә Ҡазанға гастролгә килгән Нефтекама фи­лармонияһының агитбригадаһы ла шул маҡсатта сәфәр ҡылды. Ҡаланың Дәүләт циркы трибуналары Башҡортостандан килгән хәрбиҙәр менән шығырым тулы ине. Концерт алдынан яугирҙәр алдында Башҡортостан Баш­лығының патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса советнигы Валентин Солодовник сығыш яһаны, ул егеттәрҙе Республика көнө менән ҡотланы һәм изге теләктәрен әйтте.

Азат һәм Иршат Ҡарасуриндар Илгиз Миңнәхмәтов, Сулпан Ға­фурйәнова, Нәфис Нигамаев, баш­ҡа сәнғәт оҫталарының сығыш­тарын Башҡортостан егеттәре алҡыштарға күмде, ҡабат саҡырып та сығарттылар. Шуға ҡарап та, яугир яҡташтарыбыҙҙың кәйефе һәйбәт икәнен самаларға була ине. “Башҡорттар китте һуғышҡа, оҙатып ҡалды күк Урал, ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал!..” – был йыр яңғырағанда бөтәһе лә аяғүрә баҫты.

– Ваҡыт уҙа һәм ул күп нәмә­ләрҙе оноттора, әммә ғүмер үткән һайын илаһи әһәмиәте бейегәйә барған ваҡиға ла бар, ул – Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның ветерандары. Беҙҙең бурыс – уларҙы оноттормау, Тыуған илебеҙҙе улар һымаҡ яҡлау, һаҡлау, вете­рандарыбыҙҙың ҡаһарманлығы беҙҙең өсөн өлгө булып тора... –  концертты алып барыусылар әйткән был һүҙҙәр һәр кемдең йөрәгендә урын алғандыр.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

https://bashgazet.ru

 
Автор:
Читайте нас