Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2022, 09:58

Колледжда атыш ойошторам тип янаған студентты уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал

Учалы тау сәнәғәте колледжында атыш ойошторам тип «шаяртҡан» студентты был янауы өсөн түгел, ә уҡыуы насар булғаны өсөн уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал

Колледжда атыш ойошторам тип янаған студентты уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтималКолледжда атыш ойошторам тип янаған студентты уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал
Колледжда атыш ойошторам тип янаған студентты уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал

Учалы тау сәнәғәте колледжында атыш ойошторам тип «шаяртҡан» студентты был янауы өсөн түгел, ә уҡыуы насар булғаны өсөн уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал. Mash Batash телеграм-каналында хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу йортоноң етәкселеге бының тураһындағы ҡарарҙы студенттың ете бурысы булғаны өсөн сығарған, тик ул тәфтиш саралары мәлендә туҡтатылып торған.  

«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, 19 октябрь кисендә райондың ашығыс хеҙмәттәренә колледжда уҡыған ҡыҙ бер уҡыусының социаль селтәр сәхифәһендә уҡыу йортонда атыш ойошторам тип янап яҙғаны тураһында хәбәр иткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар студенттың шәхесен асыҡлаған, ул Силәбе өлкәһендә йәшәүсе егет булған. Ул аңлатыуынса, яҙма уҫал шаяртыу, ә ысынында уның быны эшләргә уйы булмаған.

Әле был факт буйынса тикшереү бара. 

https://www.bashinform.ru/

Колледжда атыш ойошторам тип янаған студентты уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал
Колледжда атыш ойошторам тип янаған студентты уҡыуҙан ҡыуыуҙары ихтимал
Автор:
Читайте нас