Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2022, 15:25

Бәләкәй ауылдарға ла интернет килде

Урындағы халыҡ һанлы хеҙмәттәрҙән рәхәтләнеп файҙалана.

Бәләкәй ауылдарға ла интернет килдеБәләкәй ауылдарға ла интернет килде
Бәләкәй ауылдарға ла интернет килде

Башҡортостандағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы ил Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) нигеҙендә республикабыҙҙа 15 меңдән ашыу кеше йәшәгән 23 бәләкәй ауылды юғары тиҙлекле мобиль интернет менән тәьмин итеү тураһында белдерҙе.

– Әле республиканың бәләкәй ауылдарында йәшәгәндәрҙе юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Башҡортостанда элемтә операторҙарының инвестиция проекттарына ярашлы, шулай уҡ берлектәге дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары ярҙамында сигнал сифатын яҡшыртыу өсөн элемтә селтәрҙәре этаплап яңыртыла, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Йыл башынан элемтә операторы тарафынан күләмле төҙөлөш эштәре башҡарылған. Хәҙер урындағы халыҡ һанлы хеҙмәттәрҙән юғары тиҙлектә файҙалана ала: эш мәсьәләләре буйынса һәр ваҡыт бәйләнештә була, өйҙән эшләүгә күсә, фильмдар ҡарай һәм видеоэлемтә аша аралаша ала.

Хәҙер Архангел районының Максим Горький, Ауырғазы районының Исмәғил, Баймаҡ районының Искәндәр, Культабан, Сосновка, Благовар районының Пришиб, Новоникольский, Бөрйән районының Иҫке Монасип, Иглин районының Келәш, Меңйетәр, Һарт-Лабау, Мәләүез районының Ромадановка, Салауат районының Бишәүҙәр, Көҫәпәй, Яубүләк, Стәрлетамаҡ районының Еслевка, Маршановка, Покровка-Озерки, Рязановка, Соловьевка, Түрешле, Южный, Өфө районының Дубрава, Федоровка ауылдары МТС-тың юғары тиҙлекле интернетынан һәм тауыш элемтәһенән файҙалана.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/492707/

https://bashgazet.ru

Бәләкәй ауылдарға ла интернет килде
Бәләкәй ауылдарға ла интернет килде
Автор:
Читайте нас