

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аграрийҙар уңыштың яртыһын һуғып алған. Айырыуса Ғафури, Көйөргәҙе, Дүртөйлө райондарында һөҙөмтә яҡшы: гектарынан 22, 1 – 23, 2 центнер уңыш алғандар. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙҙы.
“Ауыл хужалығы тармағында эш туҡтамай. Яңыраҡ аграрийҙар көнбағыш йыйыу буйынса экваторҙы үтте. 280 мең тоннанан ашыу көнбағыш йыйылған, уңыш гектарынан 15 центнер тәшкил итә. Быйыл көнбағыш 300 мең гектар майҙанды биләй.
Сағыштырыу өсөн, уҙған йыл эсендә уңыш ни бары 300 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән, быйыл һөҙөмтәләр юғарыраҡ буласаҡ. Өҫтәүенә, көнбағыш йыйыу өсөн, хәҙерге кеүек, еңелсә һыуыҡ та иң ҡулайлы һауа торошо.
Республика үҫемлек майы етештереү буйынса тәүге туғыҙ төбәк иҫәбенә инә. 2021 йылда беҙҙең ике май заводы 326 мең тонна продукция сығарған. Башҡортостан май продукцияһын экспортлау буйынса тәүге унау иҫәбенә инә, 2021 йылда экспорт күләме 232 миллион доллар тәшкил иткән. 2022 йылда был күрһәткестәр насар булмаясаҡ тип көтәбеҙ.
Шуны билдәләп үткем килә, көнбағыш майын эре заводтар ғына етештермәй. Башҡортостанда был эш менән крәҫтиән (фермер) һәм ауыл хужалығы кооперативтары шөғөлләнә. Уларҙың продукты үҙенсәлекле – көнбағыш майы аңҡып тора”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.
https://rbsmi.ru