+28 °С
Болотло


Татарстандың Арча һәм Әтнә райондары хәрби комиссары Алмаз Борһанов ришүәтселектә шикләнеп тикшереү изоляторына ябылған.
2016 йылда булған хәл арҡаһында уға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү фаразы буйынса, Борһанов Татарстанда йәшәүселәрҙең береһенә законһыҙ рәүештә 130 мең һумға хәрби билет биргән булған.
Әлеге хәлдең нескәлектәре тулыһынса билдәле түгел. Был мәсьәлә буйынса тағы бер нисә кеше ғәйепләнә.