+28 °С
Болотло


Урлау күҙ асып йомғансы булған — 60 секундта. 45 килограмлы тимер тартманы алып сығыр өсөн фонарҙар, битлектәр һәм тәҙрә ватыу күнекмәләре кәрәк булған.
Ике кеше «Экватор» сауҙа үҙәгендәге офисҡа үтеп инә, эште башҡара һәм Якутов паркы яғына китеп юғала. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, енәйәтселәрҙе полиция эҙләй.
Билдәле булыуынса, сейф Өфөнөң эре төҙөүсе ойошмаһыныҡы булған. Урлашыуға бер нисә көн ҡала Зубовола таунхаустар төҙөүҙе ойоштороусы был кеше Сочиға ялға китер алдынан офисҡа килә һәм әлеге сейфҡа аҡсаһын ҡуйып ҡалдыра. Был хаҡта бер нисә кеше генә белгән була...
https://kiziltan.ru