Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь , 09:16

Йөҙйәшәр инәй

Каменка ауылынан тыл эшсәне Павлова Таисия Григорьевна үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Йөҙйәшәр  инәй
Йөҙйәшәр инәй

Был мөһим көндә уны бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға тип Каменка ауыл Советы рәйесе Ирина Шишкина һәм эштәргә идара итеүсе Надежда Проняшина, ветерандар советы рәйесе Наталья Гурьянова, туғандары, күршеләре һәм ауылдаштары килде. Шундай йәштә булыуға ҡарамаҫтан, йөҙйәшәр инәй үҙ аҡылында һәм хәтере лә шәп: ул әле лә күмәк хужалыҡ  ойоштороу йылдарын, Бөйөк Ватан һуғышын, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу осорон яҡшы белә.
Ҡунаҡтарҙы ул шатланып ҡаршы алды. Килеүселәр 100 йәшен билдәләүсе Таисия Григорьевнаға күтәренке рухта булыуын, сәләмәтлек теләнеләр, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың шәхси ҡотлауын еткерҙеләр, ә район хакимиәте башлығы Артур Зариповтан бүләккә йылы юрған тапшырылды.
Юбиляр хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, шулай уҡ ауыл хакимиәте исеменән дә сәскәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, әлбиттә туғандар һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа буш килмәгәйне.
Таисия Григорьевна үҙе әйтеүенсә, уның бар ғүмере эштә үткән. Оҙаҡ йылдар ул Каменка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан интернатта тәрбиәсе була. Талапсан, әммә ғәҙел уҡытыусыны уҡыусылары хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр, хәҙер уның тәүге уҡыусыларына ла 70 йәш инде.
Һуғыш осороноң барлыҡ ауырлыҡтарын кисереп, 1951 йылда Таисия Григорьевна ирен һуғыштан көтөп ала. Шатлыҡ һәм хәсрәт, ауыр һынауҙар һәм күҙ йәштәре, улар менән бер рәттән һөйөү һәм бәхет  — ошо хаҡта ғаилә альбомындағы фотоһүрәттәр хәтергә төшөрә. Ире Иван Федорович менән өс малайға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтыралар, әммә икенсе яртыһы күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән.
Ваҡыт ағышын туҡтатып булмай  —  сәстәр салланған, һаулыҡ та шаҡтай ҡаҡшаған, әммә өлкән йәштәге инәй сирҙәргә бирешмәҫкә тырыша. Тормош уны нисек кенә һынамаһын, ул сабыр һәм изге күңелле булып ҡала алған. Ул әле лә телевизор ҡарай һәм гәзит уҡый.
Бөгөнгө көндә йөҙйәшәр инәй улы Василий һәм килене Люба тәрбиәһендә йәшәй.  
Ирина ШИШКИНА,

Автор фотоһы.

Йөҙйәшәр  инәй
Йөҙйәшәр инәй
Автор:
Читайте нас в