Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь , 09:15

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?

Яңы йыл байрамы осоронда ял 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ байрам алдынан 30 декабрҙә күптәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә.

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?
2023 йылда нисек ял итәбеҙ?

2023 йылда Ватанды һаҡлаусылар көнө кесе йомаға тура килә. Шулай итеп, был байрам 23-өнән 26 февралгә тиклем һуҙыласаҡ.

Ә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө аҙна уртаһына тура килгәс, бер генә көн ял итәсәкбеҙ. Май башында 29 апрелдән 1 майға тиклем ял көнө көтә. Ә Еңеү байрамында ялдар 6 майҙан 9 майға дауам итәсәк.
12 июндә Рәсәй һәм ҡала көндәрен байрам итеү менән бәйле шәмбенән дүшәмбегә тиклем – 10-ынан 12-һенә тиклем өс ял көнө була.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнөндә, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында ла  өҫтәмә ял көндәре көтә.

https://ye102.ru

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?
2023 йылда нисек ял итәбеҙ?
Автор:
Читайте нас в