Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь , 07:04

Армияла 2 йыл хеҙмәт итерҙәрме?

Депутаттар Армияла хеҙмәт итеү ваҡытын бер йылдан ике йылға тиклем оҙайтыу тураһында тәҡдим менән сығыш яһаған ине. Ошо көндәрҙә был идеяны Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәтендә һәм илдең Оборона министрлығында ҡаранылар һәм... 

Армияла 2 йыл хеҙмәт итерҙәрме?
Армияла 2 йыл хеҙмәт итерҙәрме?

Армияла хеҙмәт итеү ваҡытын бер йылдан ике йылға тиклем оҙайтыу тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелмәй, сөнки депутаттарҙың идеяһы Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәтендә һәм илдең Оборона министрлығында хуплау тапманы, тип хәбәр итә «Ведомости».

Һанға түгел, ә хәрбиҙәрҙе әҙерләү сифатына баҫым яһарға кәрәк, тип билдәләнә.

Федерация Советының конституция ҡануниәте буйынса комитеты етәксеһе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу Рәсәй армияһының һуғышҡа һәләтлелеген арттырмай.

Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов та шундай фекерҙә:

«Бөгөнгә армияла ике йыл хеҙмәт итеүҙең кәрәге юҡ. Федерация Советында ла бындай идеялар бар икән, был уларҙың хоҡуғы. Беҙ ундай закон сығарыу башланғыстарын ҡарамайбыҙ һәм әлеге көндә ундай ихтыяж юҡ тип иҫәпләйбеҙ».

Фото: www.sila-rf.ru

Автор:
Читайте нас в