Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь , 09:27

1 ғинуарҙан кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?

Белгес билдәләүенсә, минималь хеҙмәт хаҡы кимәлендә эш хаҡы алған...  

1 ғинуарҙан кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?
1 ғинуарҙан кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан  эш хаҡы минималь күләмгә бәйле булғандар эш хаҡы артыуға иҫәп тота ала. Был хаҡта Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының "Кеше ресурстары менән идара итеү" кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швецҡа һылтанма менән «Прайм» агентлығы хәбәр итә.

Белгес билдәләүенсә, минималь хеҙмәт хаҡы кимәлендә эш хаҡы алған, йәки, ошо күрһәткестән сығып иҫәпләнгән осраҡта, дәүләт хеҙмәткәрҙәрен һәм айырым категория хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә көтә. РФ Хеҙмәт кодексының 134-се статьяһында, бөтә эш биреүселәр тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә ҡулланыу хаҡтары артҡан осраҡта түләүҙәрҙе индексацияларға тейеш.

Коммерция структураларында эш хаҡы төрлөсә арттырыла. Индексациялау тураһында положение йышыраҡ урындағы норматив акттарға индерелә. Ойошмаларҙа түләүҙәр күләме, ҡағиҙә булараҡ, 1 ғинуарҙан түгел, ә март-апрель айҙарында арта, тип өҫтәне Иванова-Швец.

Фото: kraski-net.ru

https://shonkar.com

1 ғинуарҙан кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?
1 ғинуарҙан кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?
Автор:
Читайте нас в