

ДНР башлығы Денис Пушилин республикала элек студенттарҙың мобилизацияланыуын раҫланы, һәм улар фронттан ҡайтып уҡыуҙарын дауам итһен өсөн сығыш яһаны.
Президент Владимир Путин хеҙмәткә саҡырылған Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан студенттарҙы демобилизациялау бурысын йөкмәтте, тип хәбәр итә ТАСС-ҡа президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков.
“Әлеге ваҡытта Халыҡ милицияһы көстәре Рәсәй составына ДНР һәм ЛНР ингәндән һуң РФ Ҡораллы Көстәренә интеграцияланған. Путин студенттарҙы демобилизациялауҙы үткәрергә һәм уларҙы уҡыу урынына ҡабат ҡайтарыуҙы ойошторорға ҡушты”, - тине ул.
Фото: Егор Алеев / ТАСС
https://baltachtan.ru