Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь , 16:34

Хәүефле йөк алып китеп барған

"Праваһы"нан мәхрүм ителгән водитель Стәрлетамак районында бензин ташыу машинаһы менән ауған.  

Хәүефле йөк алып китеп барған
Хәүефле йөк алып китеп барған

Өфө-Ырымбур юлындағы был һәләкәт бөгөн иртән булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идараһынан хәбәр итеүҙәренсә, яғыулыҡ төйәгән машина, юлдан сығып, юл ситенә ауған. Түгелгән яғыулыҡ янып китмәһен өсөн ҡотҡарыусылар күбек ебәргәндәр.

ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, йөк машинаһы руле артында 57 йәшлек Татарстан кешеһе булған. Ул водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, “КамАЗ” бензин ташыу машинаһын йөрөткән. Өҫтәүенә, 11 куб күләмендә хәүефле йөктө – мейес яғыулығын алып китеп барған.

Ярай әле үҙенә бер ниндәй ҙә зыян булмаған.

Әле юл инспекторҙары был хәл буйынса тикшереү эше алып бара.

omet-rb.com

 

Хәүефле йөк алып китеп барған
Хәүефле йөк алып китеп барған
Автор:
Читайте нас в