Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь , 10:58

Һин бөгөн матур!

Үҙеңде бөгөн ярат, үҙеңә бөгөн һоҡлан, бөгөнгө тормошҡа ҡыуан.

Һин бөгөн матур!
Һин бөгөн матур!

50 йәштәр тирәһендәге бер ҡатын-ҡыҙ артистың фотоһын журнал битендә баҫтырырға булғас, ул кисә генә төшөрөлгән рәсемен оҡшатманы: “Юҡ, юҡ! Был бармай. Бында мин ҡарт, йәмһеҙ!” Ә беҙҙең фекеребеҙсә, фото бик уңышлы килеп сыҡҡан, бер ниндәй насарлығы юҡ, һүрәттә артист үҙенә бик оҡшап тора. Әммә күпме генә өгөтләһәк тә, ул был фотоны баҫтырманы, беҙгә 7-8 йыл элегерәк төшкәнен бирҙе: “Ошоно баҫығыҙ”.

Ни сәбәптәндер “насар” фото минең өҫтәл тартмаһында ятып ҡалды. Биш йыл самаһы үткәс, был артист бүлмәмә килеп ингәйне, теге рәсемде хужабикәһенә кире ҡайтарҙым. Артист ҡыуанып китте:

- Ниндәй һәйбәт фото! Ҡайҙан алдың?
- Был бит теге саҡта оҡшатмаған рәсемегеҙ.
- Кит, юҡты һөйләмә, – ти. – Ул саҡтағы фотоны хәтерләйем, унда бит мин ҡарт инем, йәмһеҙ инем. Ә бында йәш, матур!

Күпме генә әйтһәм дә, актриса биш йыл элек ошо фотоһын яманлағанына ышанманы. Хәйер, был сифат күптәргә хас. 60 йәшлектәр ун йыл элекке ҡиәфәтен һағына – 50 йәшлек кеше булып күренергә хыяллана, шуның өсөн бөтә көсөн һала (биҙәнә, сәсен буяй һ.б.). Ә 50 йәшлектәрҙең, үҙ сиратында, 40 йәштәге кеүек булғыһы килә, ә тегеһенең теләге – 30 йәштәге ҡиәфәтенә ҡайтыу, ә 30 йәшлектәр…

Йәғни кеше һәр саҡ бөгөнгө көнө менән риза түгел, йәшерәк сағын һағына, ярата, шул осорона ҡайта алмағанына ҡайғыра.

Ә бит трагедияны (был ысынлап күптәр өсөн трагедия) еңел хәл итеп була. Фәҡәт үҙеңде яратыу тойғоһон үткән ваҡыттан бөгөнгөгә күсерергә генә кәрәк. Һиңә бөгөн 50 йәшме? Ҡайғырма һәм шуны бел: 60-ҡа еткәс, барыбер бөгөнгө сағыңды һағынасаҡһың, яратасаҡһың, шуға күрә һин ошо йәшеңә, ҡиәфәтеңә ҡарата матур, изге һәм шифалы тойғоларыңды ун йылға һуңға ҡалдырма, үҙеңде бөгөн ярат, үҙеңә бөгөн һоҡлан, бөгөнгө тормошҡа ҡыуан. Бел: үҙеңдең бөгөнгө йәшеңде, ҡиәфәтеңде, тормошоңдо яратмау, күрә алмау энергетик кимәлдә көслө кире, бысраҡ энергия тыуҙыра, ул кешенең тәнен төрлө ауырыуҙарға һала, яҙмышын селпәрәмә килтерә.

Кеше ниндәй генә йәштә, ниндәй генә ҡиәфәттә, ниндәй генә яҙмышҡа дусар булыуына ҡарамай, һәр саҡ үҙен бөгөн яратырға, үҙенә бөгөн һоҡланырға, хәҙерге донъя менән, йәшәйеше менән ҡәнәғәт булырға, ҡартайыуын ризалыҡ менән, хатта ҡыуанып ҡабул итергә тейеш. Изге, матур, таҙа тойғолар ғына ыңғай, саф энергия тыуҙыра. Ә ул кешенең яҙмышын төҙөкләндерә, матурлай, тәнен ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Наил Ғәйетбай.

Фото:userapi.com

https://bashgazet.ru

Һин бөгөн матур!
Һин бөгөн матур!
Автор:
Читайте нас в