Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь , 13:34

Аталары үлгәндән һуң наградланасаҡ

Был иҫән ҡалған балалар өсөн мөһим! 

Аталары үлгәндән һуң наградланасаҡ
Аталары үлгәндән һуң наградланасаҡ

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә һәр ваҡыттағыса үткән аҙнаның ғәҙәттән тыш хәлдәре тикшерелде. Бар республиканы тетрәндергән янғын 18 ноябрҙә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында булғайны. Бында янғында ете кеше – тотош бер ғаилә һәләк булды. Ғаилә башлығы ике игеҙәк малайын уттан сығара һәм башҡа биш балаһын да ҡотҡарырға теләп, кире янған йортҡа инеп китә һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире сыға алмай. Бишәр йәшлек игеҙәк малайҙар иҫән ҡалды.

Бөгөн кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был атайҙы үлгәндән һуң бүләкләргә тәҡдим итте.

– Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бергә ҡарағыҙ. Әйҙәгеҙ, беҙ уны үлгәндән һуң бүләкләйек. Ул батырлыҡ күрһәтте. Балаларының һәм үҙенең һәләк булыуы үкенесле, әммә уның ике малайы ҡалды. Атай кешенең ғүмерен ҡорбан итеүе балалар өсөн бик мөһим. Быны эшләргә кәрәк тип уйлайым. Уның өлкән ҡыҙы ҡалған, шуға күрә ҡарарбыҙ. Ҡот осҡос фажиғә. Ғәҙәти имен ғаилә булған, был фажиғәле осраҡлыҡ, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы төбәктә янғындарҙы иҫкәртеү буйынса эште көсәйтергә ҡушты.

Фото: Телеграм. 

https://bashgazet.ru

Аталары үлгәндән һуң наградланасаҡ
Аталары үлгәндән һуң наградланасаҡ
Автор:
Читайте нас в