

Изге һөнәр эйәһе - ауыл мәктәбе педагогының оҙон ғүмер hәм хеҙмәт йылдарын бер мәҡәләгә генә һыйҙырыу мөмкин түгел. Рәфиә Ҡадир ҡыҙы 40 йылдан ашыу райондың мәғариф системаһында юғары категориялы химия hәм биология уҡытыусыһы булып эшләй.
— Әсәйем тыуған ауылы Аҙнайҙа ҙур һәм татыу педагогтар ғаиләһендә тыуып-үҫкән, — тип һөйләй Илшат Миhранов. — Олатайым Ҡадир Әхмәт улы фронтовик hәм хеҙмәт уҡытыусыһы, ә олатайым Миңлегөл Сәйфелмөлөк ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булған. Улар һигеҙ ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың етәүһе педагог булған.
Йәш Рәфиә Кирәева барлык фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшкән уҡыусы hәм һуғыш ветераны ҡыҙы булараҡ, 5-се кластан алып Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында уҡый. Унда ла «яҡшы» hәм «бик яҡшы» билдәләренә уҡыған. Ул әле лә шул йылдарҙы ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала hәм элекке интернат дуҫтары менән бәйләнеш тота. 2020 йылда был абруйлы уҡыу йортоноң кадрҙар әҙерләү буйынса 1970 йылғы сығарылыш уҡыусылары «Йылдар аша һөйләшеү» тигән фотоһүрәттәр менән тулы форматлы юбилей китабын сығарҙы.
— Әсәйем хеҙмәт юлын Дүсән мәктәбендә пионервожатый булып башлаған, — тип һөйләй улы Илшат Ғәбделмәжит улы. — Унан һуң биш йыл Бөрө педагогия институтында уҡый, унда биология hәм химия уҡытыусыһы дипломын ала. Тап бына интернатта уҡығанда был фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта ла инде. Ул ҡырҡ йылдан ашыу тыуған мәктәбендә намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
1976 йылда ата-әсәйҙәребеҙ матур ғаилә ҡорған. Ә унан һуң ҡыҙҙары Гөлшат hәм туғаным Айҙар менән мин тыуғанбыҙ. Беҙҙең хәҙер барыбыҙҙың да үҙ ғаиләләребеҙ бар, хәҙер инде 70 йәшлек олатай менән өләсәйҙең ете ейән-ейәнсәре үҫеп килә.
Илшат Миhранов, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә эшләүсе булараҡ, Рәфиә Ҡадир ҡыҙының хеҙмәт биографияһын hәм барлыҡ педагогик ҡаҙаныштарын һәмирешкән уңыштарын яҡшы белә, ул «Юннат-2003» конкурсының республика этабында еңеп, район делегацияһы составында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашып, Ҡушйылға урта мәктeбенең коллегалары менән алтын миҙал яулауын иҫкә ала. Ул саҡта улар илебеҙ башҡалаһына поезда умарта менән бал ҡорттары алып барган. Мәскәүҙә, таксиҙа, унан һуң метрола барғанда, бал ҡорттары уянып, умартанан сыға башлаған. Һәм, әлбиттә, саға башлағандар. Был ҡот осҡос хәл була! Бындай ваҡиғалар онотолмай!
Педагогик эшсәнлектең иң яҡты hәм һөҙөмтәле осоро 1993 йылда Аҙнай ауылының Б.Имашев исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктeбенең яңы ике ҡатлы бинаһы асылғандан һуң башлана. Ул, мәктәп яны тәжрибә участогы мөдире булараҡ, йыл һайын мәктәп яны тәжрибә участогына ҡуйылған барлыҡ критерийҙар буйынса иң яҡшылар рәтендә була, унда күп төрлө сәскәләләр, мәктәп ашханаһы өсөн йәшелсәләр, емеш-еләк үҫтерелә. Рәфиә Ҡадир ҡыҙы Миhранованың БР hәм РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары күп. 2001 йылда уға «Дөйөм белем биреүҙең Маҡтаулы хеҙмәткәре» исеме бирелә, ә 2006 йылда ул Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында еңеүсе була.
Владимир СМОЛОВ.
Фото Миhрановтарҙың ғаилә архивынан.