Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2022, 15:47

Студенттар пилотһыҙ авиация системаһын өйрәнә

Уҡыу йортонда  яңы йүнәлештең мөмкинлектәре киң

Студенттар пилотһыҙ авиация системаһын өйрәнә
Студенттар пилотһыҙ авиация системаһын өйрәнә

Башҡортостанда беренсе тапҡыр Өфөнөң радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында Һөнәри әҙерлек үҙәге менән берлектә уҡыусыларҙы “Янғын хәүефһеҙлеге”  һөнәре буйынса әҙерләй башланылар. Ул “Бер йәки бер нисә пилотһыҙ һауа судноларын үҙ эсенә индергән пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу” исемле  квалификацияны күтәреү программаһы буйынса алып барыла.

 - Пилотһыҙ осоу аппараттары – юғары технология тармағындағы донъя баҙарын  йылдам үҫтереүсе сегмент булып тора. Уларҙы төрлө өлкәлә файҙаланырға мөмкин: археология, геология, үтеүе ауыр булған һәм хәүефле объекттарҙы мониторингылау, янғын эше һәм башҡалар. Пилотһыҙҙар башҡарған бурыстар артҡан һайын квалификациялы кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләһе лә көнүҙәкләнә, -тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

  Курстарҙа студенттар техник хеҙмәтләндереүҙе башҡара, ҡорамалдың төҙөкһөҙлөгөн йүнәтә, пилотһыҙ авиация системаһы идаралығының системаһын программалай.

-Пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу һәм идара итеү буйынса беҙҙең белгестәр өсөн эшкә урынлашыуҙың төрлө варианттары бар. Улар коммерция һәм дәүләт структураларында, эре һәм бәләкәй ойошмаларҙа, коллективта һәм шәхси рәүештә эшләй ала, -тип өҫтәне Айбулат Хажин.

 Башҡортостан студенттарының был юғары технологиялы өлкәлә ҡатнашыуҙары урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереүҙә мөһим аҙым булып тора.  

 Өфөнөң радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында заман стандарттарына һәм алдынғы технологияларға ярашлы юғары квалификациялы белгестәр, эшсе кадрҙары әҙерләү өсөн инфраструктура булдырылыуы яңы мөмкинлек. Колледж әҙерлекте 13 йүнәлеш һәм 11 һөнәр буйынса  алып бара, студенттарҙың дөйөм һаны 2600-гә етә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

bashgazet.ru

Студенттар пилотһыҙ авиация системаһын өйрәнә
Студенттар пилотһыҙ авиация системаһын өйрәнә
Автор:
Читайте нас: