Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2022, 23:25

"Яҡшы әҙерлекле хәрбиҙәр тупланды"

Бөгөн, 12 декабрҙә, “Рәсәй” медиаүҙәгендә Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт доброволецтар батальоны вәкилдәре менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

"Яҡшы әҙерлекле хәрбиҙәр тупланды"
"Яҡшы әҙерлекле хәрбиҙәр тупланды"

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашыу барышында сығыш яһаусылар батальонға инергә теләгән кандидаттарға талаптар, улар күрһәтергә тейешле документтар, эш хаҡы, махсус кейем менән тәьмин итеү һәм башҡа ойоштороу эштәре тураһында һөйләне.

Матбуғат конференцияһында Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт доброволецтар батальонын ойоштороу буйынса йәмәғәт штабы начальнигы Ирек Рафиҡ улы Бикташев, уның ярҙамсыһы Алмас Урал улы Юлбарисов, батальон доброволецтары ҡатнашты.

– Батальон 90 процентҡа тупланған, төп өлөшө булдырылған. Әле өсөнсө рота тупланып бөтөп килә. Уларҙың махсус хәрби операция зонаһына ҡасан китере тураһында әлегә билдәһеҙ.

Ғөмүмән, эште башлап ебәреүгә отставкалағы полковник Артур Йомағужин ҙур көс һалды. Ул үҙе хәрби хәрәкәттәрҙә бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан, Хөкүмәт наградаларына эйә. Беҙҙең республика Хөкүмәте эштә бик етди ярҙам күрһәтә. Улар беҙҙең барлыҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм лайыҡлы хәл итергә тырыша. Ысынын әйткәндә, Хөкүмәтебеҙ шундай иғтибар бирер тип көтмәгәйнек. Улар үҙҙәренә оло яуаплылылыҡ алды һәм батальонға финанс йәһәттән ярҙам итә – кейем, ҡоралландырыу, ашатыу һәм башҡалар. Беҙҙең егеттәр бик яҡшы кейенгән. Хәрби әҙерлек өсөн формалары уңайлы. Фронтҡа китер алдынан улар тағы ла кейем аласаҡ.

Был батальондың үҙенсәлеге шунда: ир-егеттәр бик етди әҙерләнгән. Доброволецтарҙың 75 проценты Кавказда, Сүриәлә һәм башҡа урындарҙа хәрби сынығыу алған, төп өлөшө Эске эштәр министрлығында хеҙмәт юлы үткән. Шуға ла коллектив тәжрибәле. Кешеләр менән эшләй беләләр. Яугир рухы менән һуғарылған, еңеү менән ҡайтырға тип ынтылған бик етди егеттәр йыйылған, – тине Ирек Бикташев.

Алмас Юлбарисов Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу буйынса йәмәғәт штабы эше тураһында һөйләп үтте.

– Беҙҙең бурыс – егеттәр менән бәйләнеште өҙмәү, уларҙың бында ҡалған иң яҡын туғандарына, ата-әсәләренә ярҙам итеү. Донъя хәле төрлөсә, булышлыҡ талап ителгән мәлдәр була. Шуға ла улар менән бәйләнеш тотоп, хәлдәрен белеп торорға кәрәк. Яугирҙәргә гуманитар ярҙам, посылкалар әҙерләү һәм урынға алып барып еткереү кеүек эштәрҙе ойоштороу ҙа беҙҙең иңдә.

Бөгөн бик күп эшҡыуарҙар матди һәм аҡсалата ярҙам күрһәтә. “Салауат” хәйриә фонды ойошторолған. Унда күсерелгән аҡсаға егеттәргә кәрәк-яраҡ алалар, сөнки положение буйынса, мәҫәлән, резина итек ҡаралмаған, ә ундағы шарттарҙа ул кәрәк. Ошондай әйберҙәр алына. Иглин районынан умартасылар 620 килограмм бал бирҙе. Ул келәттә, егеттәр алып китәсәк. Бер эшҡыуар 100-гә яҡын йылы эске кейем алып килде. Тағы ла ошондай эшҡыуарҙар булыр. Бер апай ирекмән рәүешендә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Бына шундай битараф булмаған яҡташтарыбыҙ күп, – тине Алмас Юлбарисов.

Автор фотоһы.  

https://bashgazet.ru      

"Яҡшы әҙерлекле хәрбиҙәр тупланды"
"Яҡшы әҙерлекле хәрбиҙәр тупланды"
Автор:
Читайте нас в