Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2022, 20:27

Ҡатмарлы диагнозлы балаларҙы дауалау өсөн

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн рапевтик продукция исемлеге киңәйтелде

Ҡатмарлы диагнозлы балаларҙы дауалау өсөн
Ҡатмарлы диагнозлы балаларҙы дауалау өсөн

2023 йылда инвалид балалар өсөн дауаланыу аҙыҡтары исемлеге туғыҙ позицияға киңәйәсәк. Бойороҡҡа Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Яңыртылған исемлектә бөтәһе 103 предмет бар. Атап әйткәндә, унда май кислоталары алышыныуы боҙолған, фенилкетонурия, муковисцидоз менән ауырығандар өсөн дауаланыу туҡланыуы өҫтәлә.

Һирәк осраған сирҙәрҙән яфаланған балаларға дауаланыу туҡланыуы продукттары кәрәк. Нигеҙҙә, был махсуслаштырылған шыйыҡ һәм ҡоро ҡатнашмалар. Уларҙы федераль бюджет иҫәбенә һатып алалар, һуңынан дауалаусы табип рецепты буйынса бушлай бирәләр. Уларҙың исемлеге йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина генетикаһы буйынса штаттан тыш баш белгес ҡатнашлығында махсус комиссияһы тарафынан ойошторола. Һуңынан документ Хөкүмәт тарафынан раҫлана.

aulut.ru

Автор:
Читайте нас: