Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2022, 09:24

Яңы йылға 12 көн ҡалды...

Башҡортостанда йәшәүселәрҙеләрҙе оҙайлы ялдар көтә.

Яңы йылға 12 көн ҡалды...
Яңы йылға 12 көн ҡалды...

Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте 2023 йылға хеҙмәт календарын баҫтырып сығарҙы. Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәр 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем ял итә.

Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, йәкшәмбегә тура килгән ял көндәре 24 февралгә һәм 8 майға күсерелә. Шулай итеп, 2023 йылдың февралендә республика халҡы дүрт көн рәттән - 23-26 февралдә ял итә. Майҙа шулай уҡ ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү сәбәпле, 6 майҙан 9-ына тиклем рәттән дүрт ял көнө буласаҡ.

Яңы йыл байрамдарында, 31 декабрь - оҙайлы ялдарҙың тәүге көнө, ә 8 ғинуарҙа һуңғыһы булып килеп сыға. 5/2 графигы буйынса эшләгәндәрҙең барыһына ла 2023 йылдың 9 ғинуарында эшкә сығырға кәрәк буласаҡ.

shonkar.com

Автор:
Читайте нас: