Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2022, 16:33

Башҡортостанда протез деталдәре етештереү заводы барлыҡҡа киләсәк

Предприятие Ишембайҙа йәки Бәләбәйҙә асылыуы мөмкин.

Башҡортостанда протез деталдәре етештереү заводы барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостанда протез деталдәре етештереү заводы барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда бионик протезлар өсөн комплектлағыстар етештереүҙе асырға тәҡдим иткәндәр. Тейешле бизнес-тәҡдимде БР Үҫеш корпорацияһы эшләгән. Фаразланған инвестициялар күләме 207,5 млн һум тәшкил итәсәк. Предприятиела ҡул һәм аяҡ протездары өсөн деталдәр етештереләсәк.

“Предприятиены  булдырыу өсөн Ишембай һәм Бәләбәй ҡалаларында ике майҙансыҡ тәҡдим ителде», - тип  белдергән  БР Үҫеш Корпорацияһы генераль директоры Наил Ғаббасов.

Проектка төҙөлөш-монтаж эштәренә (52,1 млн һум) һәм йыһаздар һатып алыуға (148,6 млн һум) сығымдар һалынған. Предприятиела иң ҡиммәтле йыһаздар металл буйынса 3D-принтерҙар (биш берәмек өсөн 49 млн һум) булырға тейеш. Бынан тыш, заводта   радиодеталдәр яһау, шулай уҡ силикон эшләнмәләрен формалаштырыу ҡорамалдарын сығарыу ҙа планлаштырыла.

Буласаҡ предприятиеның яҡынса финанс күрһәткестәре иҫәпләнгән. Ун йыл эсендә компанияның кереме-1,6 млрд һум, таҙа табыш — 317,9 млн һум. Таҙа  керем 20,4 процент дәрәжәһендә иҫәпләнгән.

Үҫеш Корпорацияһы мәғлүмәттәре буйынса, проектты ғәмәлгә ашырыуҙа республика территорияһында квалификациялы кадрҙар һәм сеймал менән тәьмин итеүселәр ярҙам итәсәк. Айырым алғанда, бионик протез белгестәрен Өфө фән һәм технология университеты, Уфа дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы әҙерләй ала. Кәрәкле полимерҙар Өфө нефть эшкәртеү заводтары менән тәьмин итә ала, ә алюминий ятмалары Салауат һәм Хәйбулла райондары территорияһында бар, тиелә бизнес-кейста.

«ОРТО-Космос» НПФ генераль директоры урынбаҫары Степан Головин тәҡдим ителгән проектты баһаланы һәм Өфө РБК менән һөйләшкәндә иғлан ителгән инвестициялар күләме етерлек түгел тип фаразланы. Шул уҡ ваҡытта тармаҡ үҙе бизнес күҙлегенән перспективалы, тип һанай эксперт.

https://baltachtan.ru

Башҡортостанда протез деталдәре етештереү заводы барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостанда протез деталдәре етештереү заводы барлыҡҡа киләсәк
Автор:
Читайте нас: