Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2022, 22:12

Яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?

Радий Хәбиров А.Доставалов һәм С.Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре осрашты.  

Яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, шулай уҡ уңыш ҡаҙанған һалдаттарға генерал Шайморатов орденын һәм Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

– Бөтә республиканан оло хөрмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн бик борсолабыҙ һәм мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Бөгөн Яңы йыл байрамдары алдынан нисек йәшәүегеҙҙе ҡарарға, үтенестәрҙе тыңларға, һеҙгә, ғаиләләрегеҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтергә килдек, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса шуны белегеҙ: ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндән һуң барығыҙҙы ла өйҙә көтәбеҙ. Артабан нисек йәшәрбеҙ һәм эшләрбеҙ - бергәләп уйлашырбыҙ. Әле иң мөһиме – яу мәлендә ярҙам итеү. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Барығыҙҙы ла көтәбеҙ, оло шатлыҡ менән ҡаршы алырбыҙ.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командиры Радий Хәбировҡа подразделение флагын тапшырҙы.

Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.

– Иң мөһиме – егеттәребеҙҙең – Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың, мобилизацияланған егеттәрҙең нисек хеҙмәт итеүен ҡарау ине. Барыһында ла – ысын хәрби рух, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Подразделениеларҙы тәьмин итеү һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрендә булышлыҡ ҡылыуҙы дауам итергә һөйләштек. Был бик мөһим. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар Башҡортостан халҡына сәләм еткереүҙе һораны.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

bashgazet.ru

Яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Автор:
Читайте нас: