Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2022, 09:30

Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә – 1,4 миллиард һум

Төбәк бюджетынан тағы ла 13,8 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.  

Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә – 1,4 миллиард һум
Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә – 1,4 миллиард һум

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар тормошҡа ашырыла. Һүҙ эшһеҙ ҡалған йәки эштән бушатыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр өсөн ваҡытлыса тәҡдим ителгән эште берлектә финанслау, сәнәғәт циклын үҙгәртеп ҡороу өсөн сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыу, шулай уҡ түләүле йәмәғәт эштәрен ойоштороу тураһында бара.

2023 йылда ошо сараларҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Республикаһына федераль бюджеттан 1,364 миллиард һум аҡса бүленә. Программа берлектә финансланғанға күрә, төбәк бюджетынан өҫтәмә рәүештә тағы ла 13,8 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә фәҡирҙәр һанын 2030 йылға икеләтә, йәғни 6,5 процентҡа тиклем кәметеү – ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы Рәсәйҙе үҫтереү йәһәтенән билдәләнгән милли маҡсаттарҙың береһе.

– 2022 йылда мәшғүллеккә булышлыҡ итеү йәһәтенән күрелгән сараларҙың киләһе йылда ла дауам итеүе ҡыуаныслы хәл, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән алымдарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә беҙ Башҡортостанда 30 мең кеше өсөн эш урындарын һаҡлап ҡалдыҡ. Федераль ярҙам менән киләһе йылда ла ыңғай тенденцияны дауам итербеҙ, хеҙмәт баҙарындағы яҡшы күрһәткестәрҙе нығытырбыҙ, тип ышанам.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru

Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә – 1,4 миллиард һум
Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә – 1,4 миллиард һум
Автор:
Читайте нас: