Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2023, 11:15

Рөстәм Нәбиев ҡаршылыҡтарға осраған

Америкаға юлланған яҡташыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Рөстәм Нәбиев ҡаршылыҡтарға осраған
Рөстәм Нәбиев ҡаршылыҡтарға осраған

Һуңғы йылдарҙа тауҙарға артылыу менән мауығып киткән билдәле яҡташыбыҙ, армияла казарма емерелеү сәбәпле ике аяҡһыҙ ҡалған Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев Аргентинаға юл тотҡайны. КП-Өфө баҫмаһы яҙыуынса, сәфәр сығыу менән ул күңелһеҙлеккә осраған. Төркиәгә осҡан блогер, спортсы артабан Катарға юлланған самолетҡа һуңлаған. Шуға күрә уға Эфиопияға билет алырға тура килгән. Рөстәм илдең баш ҡалаһы Аддис-Абебанан Аргентинаның Сан-Паулу ҡалаһына, унан инде Мендосҡа оса.

"Юл тығындары арҡаһында самолетҡа һуңланыҡ.  Тиҙ генә икенсе аэропорттан икенсе самолетҡа билет алдыҡ. Ярай әле, финанс мөмкинлектәр бар: билет 160 мең һумға тиерлек төштө. Шулай итеп. ике рейсҡа билеттар янды. Ярай, уның ҡарауы, башҡа рейс менән Сан-Паулуға иртәрәк барып етәсәкбеҙ", - тип яҙған Нәбиев сәхифәһендә.

Яҡташыбыҙға Американың иң бейек тауы Аконкагуаға имен-аман менеп-төшөүен һәм Башҡортостанға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фото: twitter.com

https://bashgazet.ru

 

Рөстәм Нәбиев ҡаршылыҡтарға осраған
Рөстәм Нәбиев ҡаршылыҡтарға осраған
Автор:
Читайте нас: