Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2023, 10:35

Рөстәм Нәбиев йәнә маҡсатына иреште

Яҡташыбыҙ, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Аргентиналағы иң бейек нөктәһе – 6961 метр Аконкагуа тауын яуланы.

Рөстәм Нәбиев йәнә маҡсатына иреште
Рөстәм Нәбиев йәнә маҡсатына иреште

Рөстәм Нәбиев үҙ диуарына былай тип яҙҙы:

- Туғыҙ көн, Иоанн Чечнев менән бергә. Өсөнсө лагерҙан тау түбәһенә менеү һәм кире төшөү 25 сәғәт дауам итте. 25 сәғәт буйына йоҡоһоҙ, ашһыҙ, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә, маҡсатыма табан юлда. Дәртләндереп торғанығыҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Беҙ быны эшләнек! Быларҙың барыһы ла еңеү менән тамамланыуына мин шатмын. Ҡалғанын һуңынан һөйләрмен. Хәҙер күңелемдә бушлыҡ. Үҙемдең хәлемде аңламайым, илағы, хис-тойғолар урғылып сығып килә. Һеҙ бының ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ауыр...

Сикһеҙ ихтыяр көсө өлгөһө булған Рөстәм Нәбиевты киләсәктә бар үрҙәр ҡабул итеүен теләйбеҙ! 

ye102.ru

Рөстәм Нәбиев йәнә маҡсатына иреште
Рөстәм Нәбиев йәнә маҡсатына иреште
Автор:
Читайте нас: