Дим буйҙары
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март , 12:09

Дәүләт Думаһы икенсе бала өсөн әсәлек капиталын 1 миллион һумға еткереү тураһында закон проектын ҡарай

Өс фракция депутаттары Дәүләт Думаһына икенсе бала өсөн әсәлек капиталын 1 миллион һумға тиклем арттырыу тураһында закон проектын индерҙе. Беренсе бала өсөн әсәлек капиталы 756,7 мең һум була. Үҙгәрештәр 2025 йылдың 1 февраленән көсөнә инер тип күҙ уңында тотола.

Әгәр ата-әсәләр быға тиклем әсәлек капиталын алмаған булһа, өсөнсө балаға ла 1 миллион һум бирергә тәҡдим ителә.

Хәҙер беренсе балаға әсәлек капиталы — 631 мең һум, икенсеһенә 833 мең һум тәшкил итә.

Аңлатмалы яҙыуҙа билдәләнеүенсә, әсәлек капиталы башлыса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә, шуға субсидияны арттырыу талап ителә, ә 2022 йылдан торлаҡҡа хаҡ ҡырҡа күтәрелде.

Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда әсәлек капиталы һәм ғаилә ипотекаһы программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-06/gosduma-rassmotrit-zakonoproekt-o-matkapitale-v-1-mln-rubley-za-vtorogo-rebyonka-3672228

Дәүләт Думаһы икенсе бала өсөн әсәлек капиталын 1 миллион һумға еткереү тураһында закон проектын ҡарай
Дәүләт Думаһы икенсе бала өсөн әсәлек капиталын 1 миллион һумға еткереү тураһында закон проектын ҡарай
Автор:
Читайте нас: